23 дек 2018

Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев

Амирханыч Кипчак
5:26
18 КОММЕНТАРИЕВ
Амирханыч Кипчак
Амирханыч Кипчак
Ҡурай Рәми ҒариповКитте ҡурайсы дуҫ. ҠыуышымдаУл ҡалдырып китте ҡурайын.Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда,Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.Юҡ, моңланмай ҡурай, ят ҡулдарҙа,Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа,Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа.Әле генә ниндәй моңло ине,Бер бөйөк йән ине баяғы! Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалдыЙәнле тарих, тылсым таяғы...Сыңрау торна ҡаҡмай сер ҡанатын,Убылғандай булды Уралым,Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды Салауатым,Ҡаһым түрә һалды ҡоралын.Күҙҙән яҙҙы Париж, киң урмандар,Сапмағандай унда башҡорттар,Һалмағандай яугир уҙамандарҠарауанһарай ише таш йорттар. Тыумағандай Бейеш, Азаматтар,Яҙмағандай хаттар Буранбай,Аҡмағандай Һаҡмар, Ашҡаҙарҙар,Ятмағандай йәйрәп Таштуғай.Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй,Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә.Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән?Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә?Ҡытҡылдамай ниңә Ҡара тауыҡ?Ниңә бешмә Ҡарға бутҡаһы?Ҡайҙа Байыҡ,Бейегәндә айыҡ,Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын!..Юҡ, өндәшмәй, ҡурай ҡурайсыһыҙ, Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.(Төтөн өрөп серәкәйҙе генәҠыуып сығарырға ул ярай!..)Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан,Тормошомдан китмә, ҡурайсым.Күңелем бит мең-мең моңдарыңаМәңгелек бер ғүмер юрайсы...
Амирханыч Кипчак
Амирханыч Кипчак
Ҡыҙғаныс,күренекле шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен башҡарыусылар юҡ кимәлдә.Бәлки мин белмәйемдер.Йәш саҡта ике-өс кеше баҫабыҙҙа шиғыр һөйләбеҙ хор менән "Башҡортостан тәне ҡара янған меңәрләгән ҡамсы эҙенән.Беҙҙең ҡанды әгәр бергә йыйһаң,ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр". Йәки "Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә Урал ҡаялары иртәһен.Сағыл ташҡа баҫып ҡарап торҙом Республикамдың мин иртәһен" Хәтерҙән яҙҙым-хаталар ҙа барҙыр.
Алсу Булатова
Алсу Булатова
Йэки: Кара икмэк, бэлэкэйзэн таныш, белэм унын нисек ускэнен; ...Иптэш скульптор, тартынмайса, йорэк серзэренде эйт эле- Ниндэй уйзар hиндэ ургылдылар, тозогэндэ Ильич hэйкэлен?
Амирханыч Кипчак
Амирханыч Кипчак
бик матур,ҡыҙыҡ килеп сыға ине ивет Алһыу))
Суфия Аитова(Кинзябулатова)
Суфия Аитова(Кинзябулатова)
Ятып йоҡлау юҡ бөгөн ,бындай мәктәп йылдарына барып кергәс ,ә шиғырҙар бөгөнгеләй хәтерҙә...
Амирханыч Кипчак
Амирханыч Кипчак
Ә БСТ-ла "Алтын мираҫ" бара
Мужавир Буранбаев
Мужавир Буранбаев
Молодец Амирханыч!
Йәнбикә Батыр әсәһе
Йәнбикә Батыр әсәһе
Вакыт утеу менэн башкорт ботонлэй ботмэс микэн....... Башкорт балалары уз телдэрен белмэй. Мин белгэн 30 башкорт балаhынын, тик 7– е генэ уз телен белэ. Атай– эсэлэр, «башкорт теле укытыусыhы куп укыта» ,тип , ин беренсе булып башкорттар ялыулаша.
Sweet Angel
Sweet Angel
Беззен бала саkта - hеззен йэш саkта,агайым,Рэми агай Fариповтын шигырзары юk ине бит дэреслектэрзэ...."Сыйырсыk" kына булгандыр...Унын булганын да белмэй устек,тыйылган шагир булгандыр..Олкэн кластарга еткэс,беззен интернат уны kайгырта башланы(интернат выпуснигы булган бит),kатыны,kызы,Рауил агай килделэр безгэ осрашыуга..Эй тетрэндергес кисэ булды инде!... Шунан гына мин уны белдем,гашиk булдым,hэм китаптарын hатып алып,шигырзарын ятлап йорер булдым.....
Sweet Angel
Sweet Angel
...Башkалар hымаk,ни kушhалар,шуны язмаган бит ул,"Партияга дан!" -фэлэн тип,шуга ла тыйгандар,басмагандар,халыkkа танытмагандар..."Табыныу" поэмаhы туkhанынсы йылдарза гына басылды бит,сталинизм хаkында..."Мен тугыз йоз утыз етенсе йыл..."- тигэн юлдар унда........
Рамиля Тугузбаева
Рамиля Тугузбаева
Бөгөнгө көнгә бик тә ауаздаш ШИҒЫР. ЙөРӘККӘ ҮТЕП ИНЕРЛЕК ИТЕП :ҺӨЙЛӘЙ.АФАРИН!!!!
Амирханыч Кипчак
Амирханыч Кипчак
"Киске Өфө"ләге хәбәр аптыратты.Яҙыусыларҙы мин аңлайым,улар портфель бүлешеүҙән,бер береһен буҡҡа батырыуҙан туҡтай алмайҙар.Шул тиклем кимәлгә төштөләр улар бөгөн-китаптарын ҡулға алаһы килмәй.ВК-ла бит өлкәндәре юл ярып помой һибештеләр!!!Барыһы ла түгел әлбиттә.Ә ҡатыны,ҡатыны ни ҡарай,әллә ҡан башҡа булыу сәбәпме,бәлки сирләйҙер.Бер ярты,бер кило осһоҙло колбаса алып һөйөклө иренең ҡәберлеген тәртипкә килтерә алмаймы? Ташландыҡ хәлдә ҡәберлеге,тип яҙа гәзит.Ләхете емерелгәнгә микән ҡуйған ташы ла ҡыйшайған бер яҡҡа имеш.Студенттарҙы йәки Рәми Ғарипов исемендәге мәктәптең өлкән класс уҡыусыларын йәлеп итеп булмаймы шефлыҡ итергә? Әллә был сараны ла башлыгы тыямы?
Sweet Angel
Sweet Angel
Катыны олкэнэйгэндер,бэлки...Балалары бар бит эле!...
Амирханыч Кипчак
Амирханыч Кипчак
Яҙыусыларыбыҙ ҙа уйланырға тейештер-улар ҙа шунда барасаҡ.Күрәһеҙ бит,Солженицындың әле ҡасан буласаҡ 100 йыллыҡ юбилейен уҙғарыу буйынса сараларға ҡаршы ниндәй шау-шыу ҡупты!!!Беҙҙә шып-шым.Әҙиптәребеҙ баҡсаларҙа мунсаларҙа тирләйҙәр.Быныһы ла кәрәк эш-һаулыҡҡа файҙалы.
Галия Мыцык(Жиганова)
Галия Мыцык(Жиганова)
Гумер -гумерзэн шулай булды инде бер богонге хэл тугел. Урыстарзын языусылары эллэ кайзарга барып хаулыктарын тозэтэлэр,э беззекэлэр....донъя мэшэкэтэренэн бушанмайзар.
Разиля Ямансарова
Разиля Ямансарова
Урыстыкы тугел,йэhудтэрзеке.
Гузелия Балтабаева- Расулева
Гузелия Балтабаева- Расулева
Рәми ағайҙын ҡатыны Надежда ханым мәрхүм бит ул. Быйыл шағирҙын Салауат исемле улы ла баҡыйлыҡҡа күсте. Бынан бер нисә йыл элек Рауил Бикбаевтын "Рәми" китабы буйынса түнәрәк өҫтәл ойошторғайныҡ редакцияла. Бик ҡатмарлы ғына һөйләшеү килеп сыҡҡайны (яҙыусыларҙын үҙ-ара мөнәсәбәттәренә бәйле, һеҙ әйтмешләй). Шунда саҡырылмаһа ла, Надежда ханым килгәйне, яҙыусыларға бик күп дәғүәләрен белдергәйне. Ин иҫтә ҡалғаны - шағир тере саҡта ҡәҙерен белмәнегеҙ, ә хәҙер шәп булып ҡыланаһығыҙ (дөйөм алғанда). Минен замандаштарым булмағас, кемделер ғәйепләү йәки тикшереү килешмәҫ, һәр кем үҙ ҡылығы өсөн үҙе яуаплы. Ә шефлыҡ мәсьәләһе урынлы тип иҫәпләйем.
Гөл Сәсәк
Гөл Сәсәк
улай икэн...белмэй инем...Рэми агай гэилэhе тураhында эйтэм...ауыр тупрактары енел булhын мэрхумдэрзен..

Раскадровка

Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев
Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев Видео: Ҡурай. Рәми Гарипов. Хөрмәтулла Утәшев